Мин – уҡытыусы !
Бүлмәлә дүрт шәм тыныс ҡына яна һәм яй ғына ирей…Шул тиклем тынлыҡ урынлашҡан, хатта уларҙың бер-береһе менән һөйләшкәндәре ишетелеп тора. Тәүгеһе әйтә:
-
Мин - Тыныслыҡ.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мине кешеләр һаҡлай белмәйҙәр. Шуға күрә миңә һүнеүҙән башҡа сара юҡ,- ти ҙә, шәм яҡтыһы һүнә.
Икенсе шәм дә һүҙгә килә:
-
Мин - Ышаныс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин дә бер кемгә кәрәк түгел. Кешеләр минең турала белергә лә, тыңларға ла теләмәйҙәр. Шулай булғас, миңә артабан яныуҙың кәрәге лә юҡ -,ти.
Шул ваҡыт еңелсә генә ел иҫеп ҡуя, һәм шәм һүнә.
Ҡайғылы ғына тауыш менән өсөнсө шәм телгә килә:
-
Мин - Мөхәббәт. Минең артабан янырлыҡ хәлем дә юҡ. Барыбер кешеләр мине ҡәҙерләмәйҙәр ҙә,аңламайҙар ҙа. Үҙ туғандарын, яҡын кешеләрен үлә яҙып яратҡандарҙы, киреһенсә, күрә алмайҙар…
Был шәм яҡтыһы ла һүнеп ҡуя.
Көтмәгәндә бүлмәгә бер бала йүгереп килеп инә һәм һүнеп бөтөп барған шәмдәрҙе күреп, ҡурҡыуынан ҡысҡырып ебәрә.
- Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?! Һеҙ янырға тейешһегеҙ,сөнки мин ҡаранғылыҡтан ҡурҡам , - тип әйтә лә илай башлай.Шунда дүртенсе шәм телгә килә:
- Ҡурҡма,ҡурҡма,бала,илама! Әле мин янам икән, ҡалған өс шәмде лә яндырырға мөмкин. Сөнки мин - Өмөт.
Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң дүртенсе шәм урынына уҡытыусыны күҙ алдына килтерәһең. Уҡытыусы һәр бер балаға яҡтылыҡ өләшеүсе түгелме ни?! Эйе, ул белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе һәм яҡтылыҡ йырсыһы ла.
Уҡытыусы... Һәр йыл һайын 1 – се сентябрь көнө айырым бер тулҡынланыу менән мәктәпкә ашығыусы был һөнәр эйәһен һәр кем белә, һәр кем сәләмләй. Бына ул тиҙҙән йәй көнө үҫеп, үҙгәреп килгән уҡыусыларын күрәсәк ! Был миҙгел шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта бик яуаплы ла. Үҙенең бөтмәҫ – төкәнмәҫ мәшәҡәттәре менән яңы уҡыу йылы башлана. Ул уҡыусыларына төплө белем бирә, уларҙың күңеленә асҡыс таба, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә алырмы ?
Инде ошондай уйҙар менән күпме йылдар уҙған. Сәстәргә сал кергән. Әммә уҡытыусы күңеле менән һаман да йәш. Шулай булмай мөмкин дә түгел, сөнки ул һәр ваҡыт балалар, йәштәр араһында. Ул уларҙың уйҙарын, хистәрен, шатлыҡтарын, ҡайғыларын да яҡшы белә, һәммәһен дә үҙ күңеле аша үткәрә.
Үҙемде иҫләгәне бирле мин уҡытыусы булырға хыялландым. Әхирәттәрем менән уҡытыусы булып уйнау, әле булһа ла хәтеремдә. Мәктәп йәшенә еткәс, беренсе уҡытыусым әлеге хыялымды күңелемә тағы ла нығыраҡ беркетте. Тыуған ауылым Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлиә Хәсәитдин ҡыҙының мөләйем ҡарашы, үҙ – үҙен тотошо, тыйнаҡлығы, ғәҙеллеге миндә уҡытыусыларға ҡарата ышаныс, хөрмәт уятты. Артабан уҡыуҙы данлыҡлы Сәйетбаба мәктәбендә дауам итеп, унда иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре һайлауыма Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙының йоғонтоһо ҙур булыуына иманым камил.
Үҙенең күңелле, ығы – зығылары менә шаулап торған мәктәп тормошона, уҡытыусы һөнәренә һәм туған телемә булған мөхәббәт мине Стәрлетамаҡ педагогия колледжына, ә артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килде.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
М.Кәрим .
Әлеге иҫ китмәле юлдарҙан, донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат – уҡытыусы .Уҡытыусы... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә...Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше – ул . Уҡытыусы булыу – ғүмерлеккә белем илендә йәшәп ҡалыу, тигән һүҙ. Мин дә һайлаған һөнәремә тоғро булып, иде бына 20 йылдан ашыу ҡалабыҙҙың 24 – се мәктәбендә башҡорт балаларына туған телдәрен өйрәнергә , үҫтерергә ярҙам итһәм, башҡа милләт балаларына дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең нескәлектәренә төшөндөрәм.
Мин – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ! Был һүҙҙәрҙе ғорурланып әйтәм. Сөнки мин уҡыусыларыма башҡорт халҡының бөйөк, наҙлы телен – туған телемде өйрәтәм. Уның бай тарихы, ғөрөф – ғәҙәттәре, йолалары аша халҡыбыҙға хөрмәт тәрбиәләйем, шулай уҡ уҡыусыларымдың күңелдәрендә шәфҡәтлелек, миһырбанлылыҡ, намыҫлылыҡ сифаттарын, бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиә орлоҡтарын һалам. Әлбиттә, был ҙур оҫталыҡ талап итә. Хәҙерге заман талаптарына яуап биререлек шәхес тәрбиәләү өсөн уҡытыусы белемле һәм юғары әхлаҡ сифаттарына эйә булырға тейеш. «Бары тик шәхес кенә, шәхес тәрбиәләй ала» тигән һүҙҙәр минең һәр саҡ ҡолағымда сыңлап тора. Шуға күрә үҙ өҫтөмдә даими эшләйем, эҙлекле рәүештә блемемде үҫтереп, уҡытыуҙағы яңы алымдар менә танышып, иң һөҙөтәлеһен эшемдә ҡулланам, педагогик оҫталығымды камиллаштырам.
Минең өсөн һәр уҡыусы – шәхес. Дәресте ыңғай психологик һәләт тыуҙырыуҙан башлайым, сөнки уҡыусы үҙен тыныс тотҡанда ғына ижади фекерләргә һәләтле. Шуға күрә лә дәрестәремдә ижади хеҙмәттәшлек төп урында тора. Мин йырларға яратам. Уҡыусыларыма ла халыҡ йырҙарына мөхәббәт тәрбиәләргә тырышам. Башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлау, уларҙы өйрәнеү, дәрестән тыш сараларҙа башҡарыу уҡыусыларҙы башҡорт моңон, уның мәңге ҡабатланмаҫ аһәңен тойорға өйрәтә, матурлыҡ хистәрен тәрбиәләй, уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Мин уҡыусыларымдың фекер йөрөтөү, интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен –үҫтереп кенә ҡалмайынса, ә ысынбарлыҡта килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн кәрәк булған уҡыуҙы формалаштырырға бурыслы.
Бөгөнгө көндә алдыма бына шундай ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләйем. Заман талаптарына яуап бирер өсөн бик сабыр булырға, үҙ өҫтөңдә арымай – талмай эшләргә, балаларҙы яратырға – ҡыҫҡаһы, уҡытыусы булып йәшәргә кәрәк. Уҡыусыларымдың дәрестәргә теләп йөрөүҙәре миңә тағы ла илһам өҫтәй, яңынан – яңы асыштарға, бейеклеккә күтәрелергә ҡанат ҡуя. Ниндәй генә яуаплы, ҡатмарлы булһа ла, мин яратҡан эшем менән ҡәнәғәтмен. Ә яратҡан эшең булыуы – үҙе ҙур бәхет ! Хеҙмәтем – йән рәхәтлеге бирә.Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яратып башҡарған эш – ярты бәхет, тиҙәр. Минең әле мәңге тере, саф башҡорт телебеҙҙе балаларға янып торған шәмдәй, тыныслыҡ, ышаныс, мөхәббәт һәм өмөт сатҡыларын яҡтыратаһы, таратаһы алда әле.
Мин – яҡтылыҡ таратыусы , өмөт биреүсе – уҡытыусы !!!