Бала саҡ хәтирәләре ...
Бәхет... Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай, үҙенсә кисерә. Бәхетле булыу өсөн бик күп көс, сыҙамлылыҡ талап ителеүе һәр кегә билдәле. Кемдер бәхетте аҡсала, кемдер һаулыҡта, ә кемдер был донъяла йәшәүе - үҙе бер бәхет, тип ҡарай. Әлбиттә был төшөнсәне бер яҡлап ҡына ҡарап, аңлап булмай, ә үҙ йөрөгеңдән, күңелеңдән үткәреп, ниндәйҙер бер фекергә килгәндә генә айышына төшөнөргә мөмкиндер.
Динә лә бәхетте үҙенсә аңлай, үҙенсә кисерә. Бала саҡ хәтирәләренә төшөп уйланып ятты бөгөн. Эйе, ҡарағыҙ әле бөгөнгө төн ниндәйҙер бер илаһи, сихри көскә эйә кеүек ! Хатта йондоҙҙар ҙа бөгөн нисектер яҡтыраҡ йымылдайҙар төҫлө. Бала саҡ... Динәнең бала сағы бик мажаралы үтте, тиһәм яңылышмаҫмын. Атаһын, инәһен иҫенә төшөрҙө...
Динәнең инәһе Миңлебикә менән атаһы Ғәбделйән төрлө ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға ҡаршы ныҡлы тороп, үҙҙәренсә һәүетемсә генә донъя көттөләр. Көҙ айының сыуаҡ бер көнөндә Миңлебикә үҙен нисектер ауыр тойҙо. Ҡоҫҡоһо килде, башы әйләнде.
- Әллә тағы ауырға ҡалдым инде. Йә хоҙай, кәрәккәнгә бирмәй, кәрәкмәгәнгә бирә. Яңы ғына ауырымдан ҡотолған инем бит, - тип һөйләнә - һөйләнә ҡашығаяҡ йыуа бирҙе...
Иртәгәһен иртән иртүк тороп район үҙәген юлланды. Сиратта ултырып тамам хәле бөттө, тирләп - бешеп, йәне көйөп әле бер ай ҙа тулмаған йән эйәһенә асыуы килеп ҡуйҙы. Бына сират етте, хәҙер кереп бөтә анализдарын тапшырып, тиҙ генә был ауырынан да ҡотоласаҡ. Ошо уйҙарына сумып ултырҙы, үҙенең фамилияһын ишеткәс Миңлебикә һиҫкәнеп китте.
- Һаумыһығыҙ !
- Һаумыһығыҙ, үтегеҙ. Хәлдәрегеҙ нисек ?
Хәлдәр нисек тип, һорап ултыра, белә инде ни өсөн килгәнде, уға хәлемдең нисек икәнлеге нимәгә кәрәк икән, - тип үҙенсә бер ҡатлылығы менән текәлеп врачҡа ҡарап ҡатып ҡалды. Миңлебикәнең ни теләге бер, ошо теләмәгән ауырҙан ҡотолоу. Сөнки уның тупылдап торған береһенән - береһе матур, һау - сәләмәт, бер - бер артлы тапҡан биш балаһы бар. Ә быныһы артыҡ. Эйе, ул артыҡ...Врач Миңлебикәне ҡарап, анализдарын алды. Светлана Ғәзизовна һәр ваҡыттағыса тыныс тауышы, шулай ҙа ҡәтғи сырайы менән :
- Һеҙгә был ауырығыҙҙы алдырыу, һаулығығыҙ өсөн бик зыян. Шулай булғас, биш бала янына тағы ла бер бала артыҡ булмаҫ. Һәр бала үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа ул, - тип өҫтәп ҡуйҙы. Миңлебикә нисек тә ҡотолоу юлын уйлап ҡарамаһын, Светлана Ғәзизовна үҙ һүҙҙәрен кире ҡаға алманы. Сөнки ул врач. Был өлкәлә беренсе йыл ғына эшләмәй, ярайһы уҡ эш тәжрибәһе бар. Әгәр ҙә бисара ҡатындың был ниәтен кире ҡаҡмаһа, аҙағы ни менән бөтәсәген , врач үҙе генә һиҙемләй ине. Миңлебикә бер аҙ асыуланып,ауыр аҙымдары менән тиҙ генә киске автобусҡа ултырып ҡайтыр яҡҡа юлланды. Тиҙҙән сөгөлдөр сығарырға ла ваҡыт етәсәк. Бөгөн кискә табан ауыл сөгөлдөрсөләренең бригадиры Винера апай бөтә ҡатын - ҡыҙҙарҙың өйҙәренә йөрөп сығып, иртәгә иртүк ауыл клубы алдына йыйылырға кәрәклеген әйтте. Миңлебикә ошо сөгөлдөр эше мәшәҡәттәре менән бер килке үҙенең йөклө икәнлеген онотоп та торҙо.
Көҙ миҙгеле ағастарҙан тиҙ генә ҡойолоп, бер аҙ һауала әйлән - бәйлән уйнаған япраҡтар шикелле һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Бына бөгөн беренсе ҡырпаҡ ҡар яуҙы. Ҡап - ҡара булып ятҡан ерҙе, ап - аҡ ҡар ҡапланы. Бөтә донъя аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төрөндө, ниндәй рәхәтлек, илаһилыҡ ! Эйе, ошо матурлыҡты күрә белеү, уны яратыу һәр кемгә бирелмәгәндер ул. Миңлебикәгә был күренешкә һоҡланып ултырыр ваҡыты юҡ, йәнә эсендә нимәлер ҡыбырлап ҡуйҙы. Бәй, теге бәләкәс кенә йән эйәһе үҙен барлығын һиҙҙертә түгелме ? Эх, йүләрмен дә инде, мин бит тағы бер бәләкәс йәнгә ғүмер биреүсе әсә буласаҡмын ! Ошо уйҙарына сумып, ҡасандыр был ауырынан ҡотолорға , - тигән уйынан, үҙе һиҫкәнеп ҡурҡып, тертләп китте.
- Ә ниңә Светлана Ғәзизовнаның әйткән һүҙҙәре бик дөрөҫ, биш бала янына тағы тағы ла бер бала бер ҙә артыҡ түгел, үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа инде ул бала, - тип бөтә өйҙө яңғыратып тиерлек, ҡысҡырып әйткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Миңлебикә был һүҙҙәремде берәйһе ишетеп ҡалманымы икән, - тип йән яғына ҡаранды. Иҫе китеп уйнап йөрөгән бәләкәй улы, инәйем миңә нимә тип әйтә икән, тигәнәндәй күҙҙәрен мөлдөрәмә тултырып ҡараны. Ә мәктәп йәшендәге балалары һәр саҡтағыса шым ғына өҫтәл артына ултырып, бер - береһенә ярҙам итә дәрес әҙерләйҙәр ине. Әллә улар ишеттеләр, әллә ишетһәләр ҙә ишетмәмешкә һалыштылар. Шулай көн артынан, көндәр үтә торҙолар...
Аҡман тоҡман бурандары, сатлама һыуыҡ көндәре менән ҡыш үтеп тә китте. Бөтә донъя, ер шары йоҡоһонан уянғандай, ап - аҡ ҡарҙан әрселеп, урыны - урыны менән тау битләүҙәрендә былтырғынан ҡалған аҡһыл йәшел үләндәр күренә. Тышҡа сыҡһаң сафлыҡ, яҙ һулышы һиҙелә. Яҙғы ташҡындай күңел түрендә ниндәйҙер хистәр урғыла, бөтә тереклек йоҡонан уяна, тәбиғәт йәшелләнә, ҡоштар бала сығарырға әҙерләнә. Аҙбарҙағы малдар ҙа бер - береһе менән яҙ килеүенә һөйөнөшкәндәй мөңгөрләшеп, әҙер бесәнде керт - керт ашап торалар.
Таң һарыһы һыҙылыр һыҙылмаҫтан Ғәбделйән арлы - бирле ҡапҡылап алды ла урамға сыҡты. Яҙғы иртә шул тиклем дә матур, танауға муйыл сәскәһенең илерткес еҫе килеп бәрелде. Ул киң күкрәген киреп, тултырп саф һауа һулап, ниндәйҙер уйҙарға бирелеп, бер килке күккә бағып ҡарап торҙо. Өй янында торған эксковаторын ҡыҙҙырып, һәр көндәгесә эшкә ашыҡты. Миңлебикә лә балаларын уятып, сәй эсереп алғандан һуң малдарын урманға Мәндем буйына ҡыуып алып китте.
- Эх, малҡайҙарым, ана ҡарағыҙ, тәбиғәт нисек йәшәргән, йәмләнгән !Рәхәтләнеп яңы ғына баш күтәреп сығып килгән үләндән ауыҙ итегеҙ, ашап - туйып ҡайтығыҙ. Мәндем буйҙарындағы сәскә атып ултырған муйылдар, әкиәттәгесә хан йортоноң баҡсаһын хәтерләтә. Бындай матурлыҡҡа кемдәр генә һоҡланмай икән ?! Ә бәлки ҡайһы бер кешеләр донъя мәшәҡәттәре менән бындай илаһилыҡҡа күҙ һалырға ла онотолоп китәләрҙер. Миңлебикәнең эсендәге бәләкәй генә гонахһыҙ сабыйы ,, Мин дә ошо матурлыҡты күрәһем, рәхәтләнеп йәшел хәтфә үлән буйлап йүгерәһем килә,, - тигәндәй ярһып тулап ҡуйҙы. Бер ни тиклем биле ауыртып, сәнсеп ҡуйғас ,, Башлана ахырыһы ,, - тип йәһәт кенә өйөнә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ул - был хәл булып китһә тип, өҫ башын алмаштырҙы, больницаға алып барырға кәрәкле әйберҙәрен тағы ла бер ҡат барлап сыҡты.
- Ҡыҙ бала тыуҙы,ҡыҙ бала ! Был һөйөнөслө һүҙҙәр, бәләкәс кенә сабыйының әсе тауышы, былай ҙа йонсоп, саҡ ҡотолған Миңлебикәгә әллә ҡайҙан , йыраҡтан ишетелгәндәй тойолдо. Бер аҙ хәл алғас, ауыҙын шапылдатып ятҡан сабыйына ҡарап: ,, Алты баланы үҫтереп, уҡытып сығарып, ныҡлы аяҡҡа баҫтырғансы, күпме көс, түҙемлек кәрәк буласаҡ,, - тип ауыр уйҙарға сумып, ап- аҡ бур менән аҡланған түбә таҡтаһына хәтһеҙ генә ваҡыт ҡарап ятты.
Хәйерниса өләсәй бөгөн улы менән килененең больницанан ейәнсәрен алып ҡайтыуҙарына тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойҙо, алҡындырып аш бешерҙе.
- Ана. туғаныбыҙҙы алып ҡайтып киләләр ! Балаларҙың шат тауыштарын ишетеп Ғәбделйән менән Миңлебикә бәхетле йылмайып өйгә инделәр. Тыныс ҡына иҙерәп йоҡлап ятҡан бәпесте төпкө бүлмәгә һалдылар. Ә олораҡтарына ҡыҙыҡ, былай ҙа әйләнделәр, тегеләй ҙә әйләнделәр, ниндәй исем ҡушырбыҙ тигән бәхәс тә ҡубып китте. Тыныс ҡына ситтән күҙәтеп торған Миңлебикә балаларын тынысландырырға теләпме, әллә бер аҙға башы әйләнеп тә торғанлыҡтанмы, һис тә уйлап тормай: ,, Әйҙәгеҙ Динә, - тип исем ҡушайыҡ, әйтеүе лә еңел, тормош юлы ла шулай бик еңел булыр, - тип көтөлмәгәнсә әйтеп һалды. Үҙенең был әйткән һүҙҙәренә үҙе аптырап, аш бүлмәһенә сыҡты.,, Ни өсөн улай тип әйтте әле ул ? Ярай юҡ бар уйлап башымды ҡатырырға ни,, - тип һәр ваҡыттағыса әрһеҙлеге өҫкә сыҡты.
Көн артынан көн, йыл артынан йыл аҡҡан һыуҙан үтеп кенә торҙолар. Динә теремек, малайҙар һымаҡ шуҡ бала булып мәктәп йәшенә лә етеп килә. Шул малайҙар һымаҡ шуҡлығы арҡаһында төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарый ине лә инде. Шулай бер көндө үҙенән ике йәшкә оло Хәниф исемле ағаһы урам буйынан :
- Инәй, һуйҙылааар - тип бөтә урамды яңғыратып илап ҡайтып керҙе. Миңлебикә улының был ҡылығына һәр ваҡыттағыса иҫе лә китмәй, бер аҙ тынысланған, илауынан буҫлығып бөткән улына ҡарап торҙо ла : ,,Үҙең ғәйеплеһеңдер,, - тигән һүҙенән ары китмәне. Динә өсөн әҙәм ғәрлеге ине. Сөнки ул ағаһы һымаҡ бер ваҡытта ла иламаны, түҙҙе, күҙ йәшемде күрһәтеп, көсһөҙлегемде белдермәйәсәкмен , - тигән уйҙар һәр саҡ кескенә ҡыҙҙың башында уралды. Ағаһын саҡырып алып йыуатырға кереште, илама һин минең өсөн иң яратҡан ағайым, - тип фәстереп ебәрҙе.
- Кем һине туҡманы ?
- Ана теге ,, дәү инәй,, менән ,, ен таяғы,, .
Бер урамда йәшәгән ике - өс йәшкә оло малайҙарҙың ҡушаматтары уларҙың. Ысынлап та улар һуғыш суҡмарҙары шул. Динә трико кеҫәһенең ике яғына ла хәтһеҙ генә бәләкәй таштар тултырҙы ла, урам буйына сығып китте. Теге һуғыш суҡмарҙарының ҡайҙалығын белергә лә, үс алырға. Ошо уйҙарынан , ағаһы өсөн ғәрләнеп тә, ике кескенә йоҙроғон йомарланы, арлы - бирле һыҙғыра белмәһә лә һыҙғырырға тырышып, тирә - яғына күҙ һалды. Тегеләр бер ни булмағандай һыу буйында уйнап йөрөйҙәр. Хәҙер мин уларҙың кәрәктәрен бирәсәкмен, ҡарап ҡарарбыҙ кемдең кем икәнлеген. Тегеләрҙең оло булыуҙарына ҡарамаҫтан Динә һыр бирмәҫкә тырышты.
- Эй, һеҙ, эшкинмәгәндәр ! Нимә бер кешегә икәүләшеп йәбештегеҙ ? Көсөгөҙ самалыраҡмы ? Көсөгөҙ артыҡ икән әйҙә минең менән һуғышып ҡарағыҙ. Динә уларҙы үсектерергә тырышып берсә телен сығарып ҡыйланды, берсә йоҙороҡтарын төйнәп :
- Минең йоҙороҡтан ниндәй еҫ килгәнлеген белгегеҙ килмәйме - тип, һөрән һалып ҡысҡырҙы. Динәнең тауышы Аллам һаҡлаһын, үҙенә күрә түгел хәтәр көр генә сыға. Малайҙар баштарын күтәреп ҡаранылар. Беҙ икәүбеҙ, тигәндәй тура баҫып үҙҙәренең ҡыйыулығын күрһәтергә теләгәндәй әтәстәй ҡупырайып ҡарап торалар. Улар беләләр Хәнифтең был һеңлеһенең ниндәй дыуамал, ҡыйыу икәнлеген.
- Беҙ һинең ише ҡыҙҙарҙан ҡурҡмайбыҙ ул - тиеүҙән башҡа һүҙ тапманылар. Динә теҙ генә теге таштарҙы берәм - берәм яуҙыра башланы. Беренсе таш шаҡ итеп ,, ен таяғының ,, башына килеп тейҙе. Башын тотоп ауыртыуына түҙмәй сүгәләне. Ҡыҙҙың икенсе бәргән елле генә ташы ,, дәу инәйҙең ,, аяғына эләкте буғай. Аяғын ыуғыларға тотондо. Шуҡ ҡыҙҙың бер бәреүҙән үк тура тейгәнлеге уларға мәғлүм ине.
- Бына шулай, белмәһәгеҙ белегеҙ, мин ағайымды икенсе тапҡыр туҡмарға баҙнатсылығығыҙ етерме икән. Динә башын ғорур күтәреп өйҙәре яғына ыңғайланы. Тегеләр күҙ йәштәре аша, ауыҙ эстәренән нимәлер мыңғырланылар, әммә быныһы мөһим түгел ине, ә иң мөһиме тегеләрҙең кәрәктәрен бирҙе.
Кискә табай малдар көтөүҙән ҡайтҡан мәлдә, теге ,, ен таяғы ,, ның өләсәһе килеп кермәһенме ...
- Ҡайҙа һинең ен ботағы ҡыҙың ? Ейәнемде харап иткән бит. Башы тишелеп ана, ҡанһырап ята - тип, әсе тауышы менән сәрелдәргә тотондо. Динә иҫән саҡта бынан ҡасып ҡотолайым , - тип кәртә аша һәләт кенә һикереп төшөп өләсәләренә һыпыртты. Инәһе менән был сәрелдәк әбей араһында ни булғандыр, уныһы Динәгә ҡараңғы, ә бына өйгә ҡайтып ингәс тә инәһенән тос ҡына өлөш эләсәге көн кеүек асыҡ ине...